Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Декабрь 2021, 19:10

МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО БУШ ТОРМАЙ

Мораҙым ауылының мәҙәниәт йортонда  "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә күркәм сара ойошторолдо

МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО БУШ ТОРМАЙ
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО БУШ ТОРМАЙ

Мораҙым ауылының мәҙәниәт йортонда  "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә күркәм сара ойошторолдо.

Ауылдың ағинәйҙәре түшелдерек тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Өфөнән килгән хореограф Азамат Кәримов уҡыусыларға һәм ололарға өйрәткән бейеүҙәрҙе сәхнәлә башҡарып, тамашасыларҙың күңелдәрен күтәрҙеләр.

Әле район, республика матбуғатына яҙылыу осоро. "Башҡортостан" гәзитенән килгән хәбәрсе, гәзиттең мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәүилә Ғатауллина менән осрашып, республиканың төп баҫмаһына яҙылдылар. Мораҙымдар һәр эштә лә әүҙем булырға тырышып, төрлө саралар ойоштороп тора.

Конкурста еңеү яулауығыҙҙы теләйбеҙ!

Фотолар: https://vk.com/club162776898 төркөмөнән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: