Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Декабрь 2021, 11:21

«Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө»

Төркөмөбөҙҙә флешмоб иғлан ителә.   14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнә. Шул уңайҙан иғлан ителгән «Ете аҙым» марафонының  икенсе көнө «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө» тип атала. Төркөмөбөҙҙә флешмоб иғлан ителә. Туған тел – ата-әсәнең үҙ сабыйҙарына биргән мәңгелек бүләге. Ошо озге ҡомартҡыны түкмәй-сәсмәй киләсәккә тапшырайыҡ. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйынса тупланған тормош тәжрибәһе, күҙәтеүҙәре, фекерҙәре тос һәм бай мәғәнәле мәҡәлдәрҙә тупланған. Әйҙәгеҙ, ошо яҙма аҫтында тел тураһында мәҡәлдәр яҙайыҡ. Мәҫәлән: Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле була.

«Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө»
«Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө»

Төркөмөбөҙҙә флешмоб иғлан ителә.

 

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнә. Шул уңайҙан иғлан ителгән «Ете аҙым» марафонының  икенсе көнө «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө» тип атала.

Төркөмөбөҙҙә флешмоб иғлан ителә.

Туған тел – ата-әсәнең үҙ сабыйҙарына биргән мәңгелек бүләге. Ошо озге ҡомартҡыны түкмәй-сәсмәй киләсәккә тапшырайыҡ. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйынса тупланған тормош тәжрибәһе, күҙәтеүҙәре, фекерҙәре тос һәм бай мәғәнәле мәҡәлдәрҙә тупланған.

Әйҙәгеҙ, ошо яҙма аҫтында тел тураһында мәҡәлдәр яҙайыҡ.

Мәҫәлән:

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле була.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: