Шарҙар эленгән, әкиәт геройҙары төшөрөлгән залда байрам бара. Был балалар өсөн ойошторолған күркәм сара икәне әллә ҡайҙан аңлашылып тора.
Талбазы үҙәк балалар китапханаһында асылған “Мөғжизәләр иле” үҙәге мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн яңы офоҡтар аса, бында уларҙы ғәжәп асыштар, ҡыҙыҡлы уйындар аша тирә-яҡты танып белеү, дуҫлашыу мөмкинлеге көтә.
Был проект Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең райондағы бүлексәһе менән Үҙәк район балалар китапханаһының берлектә Рәсәй Президенты гранттары фонды конкурсында еңеү яулап, 369 мең 965 һум грант алыуы менән тормошҡа ашырылды. Шулай уҡ Ауырғазы районы хакимиәте 130000 һум аҡса бүлгән.
Тантанала район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе, проекттың етәксеһе Рәмил Асулов, китапхана директоры Айгөл Ғәзиева балаларҙы тәбрикләне, китапхана хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар теләне. Бер нисә балаға Почет грамоталары тапшырылды.
Ә инде Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбенең вокал ансамбле, “Шатлыҡ” өлгөлө хореография ансамбле тәрбиәләнеүселәре күңелле рок-н-ролл бейеүе менән сығыш яһаны.
Балалар яҙыусыһы Корней Чуковский әкиәте персонаждары Айыу менән Бүре ҡунаҡҡа килеүен, “Айболит” әкиәтен сәхнәләштереүҙе балалар мауығып ҡараны.
Ә инде иң ҡыҙыҡтырғаны интерактив ҡомлоҡ булды. Алып барыусы балаларҙы мөғжизәле ҡомлоҡ янына саҡырҙы, уның менән уйнау серҙәрен аңлатты. Бер ҡом бөртөгөн дә ситкә төшөрмәҫкә, кейемдәргә эләктереп иҙәнгә төшөрмәҫкә, юғиһә, уларға күңелһеҙ һәм моңһоу буласағын төшөндөрҙө. Кескәйҙәр ҡомға ҡулдарын тығып, уны ҡулдарында ыуып, устан-усҡа күсереп ҡараны. Һуңынан күл, тау яһанылар, үҫемлектәр, йәнлектәрҙе өҫтәнеләр. Балаларға был шөғөл шундай ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс ине, улар берсә ғәжәпләнеп, берсә шатланып уйнаны, ҡыҙыҡһыныуҙары йөҙҙәренә сыҡҡайны. Шул уҡ ваҡытта белемдәрен дә арттыра, мәҫәлән, “Вулкан”, “Тәбиғәт” уйындары быға ярҙам итә. Хәтер, ҡул бармаҡтарының кесе моторикаһы, фекерләү ҡеүәһе үҫешә.
Сараның аҙағында балаларға К.Чуковскийҙың “Айболит” китаптары бүләк итеп бирелде.
Кескәйҙәр китапханаға тағы ла ҡыҙыҡһынып йөрөр, “Мөғжизәләр иле” уларҙың яратҡан урынына әүерелер, тип ышанабыҙ.