Ысынлап та, кесеһе лә, өлкәне лә был байрамды үҙ итә. Ап-аҡ ҡар яуған миҙгел үҙе лә был байрамға тылсым өҫтәй.
Быйыл ауырғазылар өсөн Яңы йылды нисек ҡаршыларға теләүҙәрен белдереү мөмкинлеге бар. Район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә район халҡынан ниндәй идеялар тәҡдим итеүҙәрен белергә тигән бер фекергә килделәр.
Яңы йыл алдынан ойоштороласаҡ сараларҙы нисек итеп күңелле, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙ үткәрергә? Шулай уҡ онлайн саралар, үҙенсәлекле идеялар, тыуған ауылдарҙы нисек биҙәргә һ.б.– ниндәй теләктәрегеҙ бар?
Теләгән һәр кем – иң кескәйҙәр, йәштәр, өлкәндәр – һеҙҙән 1 декабргә тиклем https://forms.gle/XWyoMLdMM6YrRuMp6 һылтанмаһы буйынса гугл форманы тултырыуығыҙ һорала.
Ауырғазы районы хакимиәтенең ойоштороу комитеты Яңы 2022 йылды ҡаршылау тураһында һәр тәҡдимде ҡараясаҡ. Иң ҡыҙыҡлылары төркөмдә баҫылып сыға һәм улар араһынан иң-иңдәре өсөн тауыш биреү ойоштороласаҡ. Әүҙем ҡатнашыусыларҙы приздар һәм бүләктәр көтә.
Яңы йыл көндәре иҫтә ҡалырлыҡ булһын тиһәгеҙ, ситтә тороп ҡалмағыҙ.
(Район хакимиәте сайты материалдары буйынса).