Рух
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ноябрь 2021, 14:48

Мораҙымдар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша

Мораҙым ауылы халҡы тирә-йүнде таҙалап, тәртиптә тоторға тырыша. Октябрь айында бер нисә өмә ойошторолдо.

Мораҙымдар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша
Мораҙымдар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша

Теләүселәр йыйылышып, тырма-көрәктәр менән ҡоралланып, дәррәү эшләне.

Ауыл хакимиәте, "Урал" хужалығы, Рим Мырҙабаев, Флүр Сафин, Байрас Ильясов, Шамил Сатлыковтарҙың техникаһы ярҙамында сүп-сар, ҡороған, һынған ағас ботаҡтары тейәп түгелде.
Илнур Яхин, Рөстәм Большаков, Илфат Ҡудашев, Ғәзинур Нәҙершиндар һ.б. эштең уртаһында ҡайнаны.

 

Ауылдағы ике зыярат тәртипкә килтерелде, йылға-күл буйҙары сүптән таҙартылды. Был өмәләр Мораҙым ауылының республика буйынса "Айыҡ ауыл" конкурсына әҙерлек саралары булып тора.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в