Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Октябрь 2021, 22:28

БАШҠОРТОСТАН ӨСӨН ТАУЫШ БИРЕГЕҘ!!!

31 октябргә тиклем National Geographic Traveler*** журналының «Рәсәй хазиналары» туристик конкурсында Башҡортостан республикаһы өсөн тауыш биреп була.

БАШҠОРТОСТАН ӨСӨН ТАУЫШ БИРЕГЕҘ!!!
БАШҠОРТОСТАН ӨСӨН ТАУЫШ БИРЕГЕҘ!!!

National Geographic Traveler журналы Рәсәй туристик мөмкинлектәренә арналған «Рәсәй хазиналары» конкурсына онлайн-тауыш биреү ваҡытын оҙонайтты. 31 октябргә тиклем һәр кем үҙе яратҡан төбәк, уның бренды өсөн тауыш бирә ала.

Проект иң билдәле һәм иҫтәлекле урындарҙы билдәләргә генә түгел, Рәсәй картаһында яңы туристик нөктәләрҙе асырға ла ярҙам итә.

Тауыш биреү ун номинация буйынса үтәсәк: «Тәбиғәт объекты», «Турист һуҡмағы», «Экскурсия маршруты», «Диңгеҙ һәм йылға круизы», «Мәҙәни-тарихи объект», «Йәмәғәтселек урыны», «Пляж курорты», «Милли аш-һыу», «Халыҡ кәсептәре» һәм «Йола байрамы».

Бөтә конкурс ун номинацияларында Башҡортостан Республикаһынан түбәндәге урындар тәҡдим ителә:

«Тәбиғәт объекты» – «Янғантау» геопаркы

 https://russia.nat-geo.ru/nominations/prirodnyj-obekt/

«Туристик һуҡмаҡ» – Оло Көньяҡ Урал һуҡмағы

https://russia.nat-geo.ru/nominations/turisticheskaya..

«Экскурсия маршруты» – «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм»

https://russia.nat-geo.ru/nominations/ekskursionnyj-m..

«Диңгеҙ һәм йылға круизы» – Башҡортостан йылғалары буйлап ағып төшөү

https://russia.nat-geo.ru/nominations/rechnoj-i-morsk..

«Мәҙәни-тарихи объект» – Шүлгәнташ мәмерйәһе

 https://russia.nat-geo.ru/nominations/kulturno-istori..

«Йәмәғәтселек урыны» – «АРТ-КВАДРАТ» ҡала үҙәге

https://russia.nat-geo.ru/nominations/obshestvennoe-p...

«Пляж курорты» – «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы

https://russia.nat-geo.ru/nominations/plyazhnyj-ozdor..

«Милли аш-һыу» – башҡорт солоҡ балы

https://russia.nat-geo.ru/nominations/nacionalnaya-ku..

«Халыҡ кәсептәре» – башҡорт кейеҙе

 https://russia.nat-geo.ru/nominations/narodnyj-promys..

«Традицион байрам» –«Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале

https://russia.nat-geo.ru/nominations/tradicionnyj-pr..

 

Тауыш биреү 31 октябрҙә тамамлана. Ноябрь айында йомғаҡ яһала һәм һөҙөмтәләре Nat-geo.ru сайтында һәм National Geographic Traveler журналында баҫылып сығасаҡ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в