Рух
+16 °С
Болотло
Мәҙәниәт
9 Октябрь 2021, 11:08

Республика көнө айҡанлы бүләкләүҙәр

Ауырғазы районы хакимиәтендә райондың алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте

Республика көнө айҡанлы бүләкләүҙәрРеспублика көнө айҡанлы бүләкләүҙәр
Республика көнө айҡанлы бүләкләүҙәр

Производство, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре район һәм республика наградаларын алды.

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов ҡотлау һүҙе менән мөрәжәғәт итте:

- Бөгөнгө байрам көнөндә лайыҡлы бүләктәрҙе тапшырыу минең өсөн һөйөнөслө, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, алдығыҙға ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүегеҙҙе һәм районыбыҙ, Башҡортостаныбыҙҙың ышаныслы алға барыуы хаҡына башҡарған изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

 

Көрәш буйынса республика ярыштарында күп тапҡырҙар еңеүсе һәм призлы урындар яулаусы, Волга буйы федераль округы беренселегендә бронза, Рәсәй Беренселегендә көмөш миҙалға лайыҡ булыусы Әлфинә Большакова, уның тренеры, Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы Илдус Нәҙершин да үҙ наградаларын алды.

 Бүләкләнеүселәр араһында уҡытыусылар күп булды, йәш уҡытыусыға грант алыуға сертификат тапшырылды.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уларҙы концерт номерҙары менән ҡотланы.

Бүләкләү тантанаһында бөгөнгө хәүефле сир таралыуына ҡаршы профилактикаға бәйле, санитар-эпидемиология талаптар үтәлде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас