Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Сентябрь 2021, 10:24

ҺАМАР ӨЛКӘҺЕНДӘ БАШҠОРТ ИХАТАҺЫ БАРЛЫҠҠА КИЛДЕ

Сентябрь уртаһында Һамар өлкәһендә «Халыҡтар дуҫлығы паркы» этнографик комплексын асыу тантанаһы үтте, унда башҡорт ихатаһы ла бар.

ҺАМАР  ӨЛКӘҺЕНДӘ БАШҠОРТ ИХАТАҺЫ БАРЛЫҠҠА КИЛДЕ
ҺАМАР ӨЛКӘҺЕНДӘ БАШҠОРТ ИХАТАҺЫ БАРЛЫҠҠА КИЛДЕ

Төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлеген сағылдырыусы 20 ихатаны үҙ эсенә алған уникаль музей Куйбышев районының Волгарь микрорайонында урынлашҡан.

Парк 12 гектар ерҙе алып тора. Уның Тыныслыҡ урамында һәм милли комплексҡа 500 квадрат метр бүленгән. Йорттарҙың проектын эшләүҙә милли йәмғиәт ойошмаларының вәкилдәре ҡатнашҡан.

Һамар ҡалаһы көнөндә үткән комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова һәм «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашты. Музыкаль яҡтан сараны Ғафури районының  «Асанай» халыҡ фольклор ансамбле биҙәне.

 «Был паркты булдырыу – бик яҡшы уй һәм ул ысын мәғәнәһендә ғәжәп матур итеп тормошҡа ашырылған.  и великолепное воплощение. ХХ быуат башындағы башҡорттарҙың мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған башҡорт ихатаһында бөтә традициялар һаҡланған. Эске яғында башҡорт халҡы ҡулланған һауыт-һаба, көнкүреш әйберҙәрен күрергә була, - тип һоҡланыуын белдерә Наталья Михайловна. – Беҙ буш килмәнек. Был төбәктә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлаусыларға наградалар алып килдек», тип Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотлараын тапшыра.

Башҡорттарҙың ҡышҡы ихатаһы татар, әзербайжан, рус, немец, беларус, йәһүд йорттары, ҡаҙаҡтарҙың тирмәһе һәм башҡалар менән йәнәш урынлашҡан. Һәр милли ихатала хужалыҡ ҡоролмалары: келәт, ат һарайы, тирмән, тимерлек, умарталыҡ һәм башҡа төҙөлөштәр бар.

Өйҙәрҙә халыҡтарҙың йолалары, мәҙәниәте, көнкүрешенә арналған экспонаттар ҙа бар. Улар араһында ғаилә коллекцияларында һаҡланып ҡалған тарихи әйберҙәр ҙә, милли традицияларҙы иҫәпкә алып әҙерләнгән заманса әйберҙәр ҙә бар.

Сығанаҡ: https://culture.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в