Рух
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2021, 11:05

«МӨҒЖИЗӘЛӘР ИЛЕ»НДӘ

Быйыл йәй Ауырғазы районының Үҙәк балалар китапханаһы «Мөғжизәләр иле» үҫеш үҙәге проектын тормошҡа ашыра башланы.

«МӨҒЖИЗӘЛӘР ИЛЕ»НДӘ
«МӨҒЖИЗӘЛӘР ИЛЕ»НДӘ

«Президент гранттары фонды» проекты сиктәрендә балалар китапханаһына августа «Сахара» интерактив ҡомлоғо һатып алына. 16 режимлы ҡоролмала гранит-силикон ҡом 112 килограмм тәшкил итә. Интерактив ҡомлоҡто панель менән япһаң, 150 мауыҡтырғыс уйын һәм күнекмәләр булған сенсор экранлы аҡыллы өҫтәл барлыҡҡа килә.

 

Район китапханасылары өсөн семинарҙа был мөғжизәле ҡомлоҡ менән таныштырыу үтте. Хәҙер төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Бында «Мөғжизәләр иле» үҫеш үҙәген асыу тантанаһына, әҙәби һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәте ижады буйынса үҫтереү, аппликация һәм оригами әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ҡурсаҡ библиотеатры ҡуйыуға һәм ҡом терапияһын ҡулланып төркөмдәрҙә дәрестәр ойоштороу кеүек сараларға әҙерлек бара. Ҡом ҡулланып күнекмәләр үткәрелеүе, һауыҡтырыу эше алып барылғанлығы барыһына ла мәғлүм. Ә «Сахара» интерактив ҡомлоғо менән улар тағы ла ҡыҙығыраҡ һәм мауыҡтырғыс буласаҡ.

Ҡомда төрлө ландшаф төҙөгәндә, уның бейеклегенә ҡарап, ҡомдоң текстураһы һәм төҫө үҙгәрә. Шулай итеп, тәбиғәттәге кеүек күренеш барлыҡҡа килә: тере вулкан, хәрәкәт итеүсе һыу һ.б. Балалар өсөн тирә-яҡты танып белеүҙә, үҙенең һәләтен асыуҙа, яңы күнекмәләр булдырыуҙа, ваҡытын файҙа менән үткәреүҙә был ҡомлоҡ яҡшы мөмкинлек тыуҙыра. Балаларҙың хәтере нығына, ҡулдағы ваҡ моторика үҫешә, телмәр һәм фекерләү ҡеүәһе арта.

 

Китапханаға К.Чуковскийҙың «Айболит» әкиәте персонаждары менән ҙур баннерҙы эшҡыуар Кулагин эшләп бирә. Был да ошо проект ярҙамында һатып алына.

Республика  инвалидтар ойошмаһы мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн кресло-коляска алырға булышлыҡ иткән.

Сығанаҡ: Развивающий центр «Страна чудес»

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в