-4 °С
Болотло
Бөгөн – Милли кейем көнө. Был көн айҡанлы республикала төрлө саралар үтә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә лә балалар милли кейемдәрҙә йә милли кейем элементтарын кейеп килде.
Түрһәгәҙе мәктәбе уҡыусылары ла был традициянан ситтә ҡалманы. Улар милли кейемдәрҙә дәрестә ултырҙы, ошо темаға класс сәғәтендә булды. Башҡорт халҡының милли костюмының тарихы менән танышты, уның үҙенсәлектәрен билдәләне.