Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Август 2021, 10:20

ТИҘҘӘН – МӘКТӘПКӘ!

ҮТӘЙМУЛЛА АУЫЛЫ КЛУБЫНДА ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАР МЕНӘН ХУШЛАШЫУ САРАҺЫ ҮТТЕ

ТИҘҘӘН – МӘКТӘПКӘ!
ТИҘҘӘН – МӘКТӘПКӘ!

Йәй, ғөмүмән, иҫтәлектәргә бай, сағыу миҙгел. Балалар һыу инеү, төрлө уйындар менән, ата-әсәләренә баҡсала ярҙам итеү менән мәшғүл. Кемдер ҡунаҡта, сит ерҙәрҙә булырға ла өлгөрә. Ни тиһәң дә, йәй тиҙ үтеп китә. Бына һанаулы ғына көндәрҙән уҡыусылар мәктәптәргә белем алырға барасаҡ.

 

Шуға күрә Үтәймулла клубы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн йәй менән хушлашыу өсөн күңелле сара үткәрҙе.

Төрлө эстафета, күңелле старттарҙа малайҙар, ҡыҙҙар мауығып ҡатнашты. Бергә осрашып, әүҙем ял итеүҙән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Ә фотоларҙан видеорәт уларҙың ысынлап та дәртле уйнауҙарын күрһәтә.

 

 

Мәғлүмәт Үтәймулла ауылы клубы сайтынан алынды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: