Рух
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль 2021, 15:55

БАШҠОРТОСТАНДА ФОЛЬКЛОРИАДАЛА ҠАТНАШҠАН ИЛДӘРҘЕҢ ТӘҢКӘЛӘРЕНӘН УНИКАЛЬ ТҮШЕЛДЕРЕК ЭШЛӘНЕЛӘР

VI Бөтә донъя фольклориадаһы CIOFF® сиктәрендә башҡорт ҡатындарының традицион биҙәүесе – түшелдерек менән таныштырҙылар.

Милли биҙәүескә һуңғы тәңкә фестивалде ябыу тантанаһында тегелде.
«Фольклориадала ҡатнашҡан илдәрҙең тәңкәләренән эшләнгән түшелдерек – ул халыҡтарҙы берләштереү символы, шул уҡ ваҡытта ул матди мәҙәни мираҫ объекты. Уны булдырыу ҙа ошо идеяны күҙ уңында тотто. Башҡорттарҙа был биҙәүес берҙәмлек символы, быуындан быуынға күсә килә. Беҙ үҙ халҡыбыҙҙың традицияларына тоғробоҙ», - тип билдәләне Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Рәсәй был көндәрҙә донъя фольклорының үҙәгенә әйләнде, бөтә Ер шарының барлыҡ халыҡтарының берҙәмлеген сағылдырҙы. Фольклориада символикаһы менән беренсе тәңкәне, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров фольклориадаға тиклем 100 көн ҡалғас, кире иҫәп башлағанда сүкене.
Ә фольклориаданы ябыу тантанаһында Рәсәйҙең CIOFF милли секцияһы Президенты, В.Д.Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова тәңкәне тегеп ҡуйҙы.
Башҡорт халыҡ биҙәүесе түшелдерек (һаҡал, селтәр, иҙеү) тәбиғи таштар менән генә түгел, фольклориадала ҡатнашыусылар алып килгән 37 илдең тәңкәләре менән дә биҙәлде.
Милли сәнғәт предметы фольклорсы, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина һәм оҫтабикә Әлфиә Әхтәриева тарафынан эшләнгән.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: