Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июль 2021, 12:45

Фольклориада - Талбазыла!

Кисә, 8 июлдә, Ауырғазы районына сит ил ҡунаҡтары үҙҙәренең мәҙәни программалары менән килде. Панама, Греция, Боливия, Испания, Ҡаҙағстан коллективтары район халҡы өсөн бейене, тамашасылар ихлас ҡул сабып ҡаршы алды, оҙатып ҡалды.

Сит ил ҡунаҡтарын район хакимиәте башлығы З.Иҙрисов, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Н.Лапшина сәләмләне.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в