“Рәсәйҙә бөтә аҙыҡҡа ла тиерлек укроп ҡушалар! Ә беҙҙә, Австрияла уны тик айырым аҙыҡ төрөнә генә ҡулланабыҙ”, - тип аптырағандар Австрия кешеләре.
Панама коллективы өсөн кураторҙарының сәйгә һөт өҫтәүе ҡыҙыҡ булған. “Беҙ был ике ингредиентты бергә ҡушырға мөмкин икәнен күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Тағы шуныһы асыш булды: территорияһы буйынса Калининград Европаға ҡарай, шул уҡ ваҡытта ул Рәсәйгә инә”.
“Һеҙҙә исем-шәрифтәрҙә атай кешенең фамилияһы, исеме ҡулланыла, ә беҙҙе ике исем, ике фамилия – береһе атайҙыҡы, икенсеһе әсәйҙеке”, - ти Колумбия ҡунаҡтары.
Ә Испания коллективы беренсе тапҡыр ҡарабойҙай тәмләп ҡарауҙарын, уның тәме сәйер икәнлеген билдәләй.