Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июль 2021, 18:26

БӨГӨН VI БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫ СИКТӘРЕНДӘ БӨРЙӘН РАЙОНЫНДА БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ЛЕГЕНДА, ЭПОСТАР ПЕРСОНАЖЫ АҠБУҘАТҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Йылҡысыҡҡан күле буйында үткән тантаналы сарала CIOFF халыҡ-ара советы президент Филипп Боссан, Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Фольклориадала ҡатнашыусы илдәр вәкилдәре, башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Аҡбуҙат алдындағы сәхнәлә фольклор коллективтары, балалар сығыш яһаны, халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫы менән ҡунаҡтарҙы таныштырҙы. Байрам Роберт Юлдашев, «Ҡурайсы» төркөмө һәм «Guzel-Dance» ансамбле сығыштары менән тамамланды.

«Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһын булдырыуҙы автор Өлфәт Ҡобағошов электән хыялында йөрөткән. 1977 йылда уҡ, Мәскәүҙең «Фән» нәшриәтендә «Башҡорт халыҡ эпосы» китабы донъя күргәс, эпостарға һәйкәл булдырыу уйы тыуа. Студент сағында тыуған хыялы Аҡбуҙатҡа һәйкәл булып, ниһайәт, тормошҡа аша.

«Скульптор булыу ғына аҙ, сөнки ысынбарлыҡтағы атты һынландырмайһың бит. Аҡбуҙат – меңәр йылдар буйы сәсәндәрҙең шиғри теле менән булдырылған образ. Улар мифик затты бик оҫта асып бирә. Был композиция тулыһынса эпостарға нигеҙләнгән, - ти Өлфәт Ҡобағошов. – Йылан – сыбыртҡы, Аҡбуҙаттың эйәре – тәхет, булат ҡылыс – ҡыйыулыҡ, батырҙарса фиҙаҡәрлек. Бында һәр атрибут мөһим. Булат ҡылыс Урал батырға тәғәйенләнгән, биҙәлеше һәм ҙурлығы буйынса үҙенсәлекле ҡорал. Һәйкәлде эшләгәндә биҙәү-ғәмәли сәнғәтен – металл сүкеү, тирегә биҙәк төшөрөү кеүек оҫталыҡты ла күҙ уңында тоттом. Былар башҡорттар тормошонда айырыуса урын алып торған. Эпоста улар бар!
Әйткәндәй, «Урал-батыр» Баймаҡ районында яҙып алынған, «Аҡбуҙат» эпосы сәсән Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан 1917 йылда минең тыуған районымда – Көйөргәҙе районының Бабалар ауылында Ғәтиәтулла сәсән Бикҡужиндан яҙып алынған. Был минең өсөн мәғәнәле», - ти автор.

Өлфәт Ҡобағошовтың тағы ла бер мөһим маҡсаты бар – Урал батырға һәйкәл булдырыу. «Уның урыны Өфөлә. Ә ҙурлығы буйынса ул мөһабәт булырға тейеш. Сөнки «Урал-батыр» эпосы уникаль, халыҡ ижадының мәңгелек һәйкәле, донъяла уның кеүек эпос юҡ», тип иҫәпләй ул.

Аҡбуҙат – башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә беренсе һәйкәл. Ул «Таш билбау» суйын ҡойоу заводында ҡойолған. Бейеклеге 5 метр, аттың үҙенең бейеклеге– 3,5 метр.


«Аҡбуҙатҡа һәйкәл – ҙур һәм мөһим объект, ул төҙөлөүсе музей менән берҙәм туристик комплексты тәшкил итәсәк. Мәмерйәне ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә лә ярҙам итәсәк. Аҡбуҙат – башҡорттарҙың боронғонан килеп сығышын дәлилләй. Икенсенән, һәйкәл туристарҙы ла йәлеп итер, төбәктең мәҙәни мираҫын өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр. Башҡортостанға килгән ҡунаҡтар ҙа, республика халҡы ла был һәйкәл аша Урал-батыр еренең тарихын белергә теләр», - ти Данир Ғәйнуллин.

Аҡбуҙат һәйкәленең республика өсөн әһәмиәтен аҡһаҡал, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр ҙә билдәләп үтте:

- Был һәйкәл республикала беренсе. Аҡбуҙат – ул боронғо тарихыбыҙ, эпос геройы, Урал-батырҙың ҡанатлы толпары, эпос буйынса, ул күктән төшкән.
Образға күләмле идея һалынған, ул халыҡтың рухи ныҡлығын сағылдыра. Беҙҙең өсөн был ҙур ваҡиға. Өлфәт Ҡобағошов – рухи байлыҡҡа эйә булған башҡорт скульпторы. Ваҡытында Салауат Юлаевҡа төҙөлгән һәйкәл Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға булды. Аҡбуҙат һәйкәле – шундай уҡ ҙур, тарихи мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙ уны төҙөүсегә рәхмәтле, шулай уҡ бай мираҫ ҡалдырған халыҡтың быуындары булыуыбыҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: