Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Июнь 2021, 11:06

VI ХАЛЫҠ-АРА ФОЛЬКЛОРИАДАҒА ТӨНЬЯҠ МАКЕДОНИЯНАН «ИЛИНДЕН» ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ КИЛӘСӘК

Македония ансамбле республиканың ниндәй райондарында сығыш яһай?

Ансамблдең үҙ оркестры бар. Етәксеһе - Борче Димитровски (Borche Dimitrovski).
Коллектив 1955 йылда илдең мәҙәниәт үҙәге Битола ҡалаһында нигеҙләнгән. Уның маҡсаты – македон халҡы традицияларын өйрәнеү һәм тергеҙеү. «Илинден» йыш ҡына донъя гастролдәренә сыға, халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә даими ҡатнаша.
Башҡортостанда сығыш яһарға ансамбль мауыҡтырғыс концерт программаһы әҙерләгән. Шуларҙың береһе – билдәле македон ирҙәре бейеүе «Chifte Chamche» («Чифте Чамче» - «Ике кәмә»). Төньяҡ Македония көйҙәренә ҡатмарлы ритмдар хас, үҙенсәлекле энергияһы менән айырылып тора.
Төньяҡ Македония коллективы Төньяҡ фестиваль округында йөрөйәсәк: 5 июль – Мишкә районы (16.00-20.00), 6 июль – Ҡариҙел (14.00-19.00), 7 – в Борай (16.00-20.00) һәм 8 июль - Асҡын районы. (14.00-19.00).
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: