Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июнь 2021, 10:36

СУВЕНИРҒА - БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕНДӘ МАТРЕШКАЛАР

VI Халыҡ-ара Фольклориадаға (CIOFF) башҡорт кейемендә биҙәлгән 2000 тирәһе матрёшка(асылмалы ҡурсаҡ) әҙерләйҙәр.


«Ағиҙел» Башҡортостан һынлы сәнғәт әйберҙәре етештереү берекмәһендә башҡорт милли кейемле матрешкалар эшләү тамамлана.
Сувенир итеп ҡулдан эшләнгән 2000 ҡурсаҡтарҙың күбеһе Дим буйы башҡорттарының кейеме өлгөһөндә биҙәлгән. Шулай уҡ эпос геройҙары, батырҙар образдары ла бар.
Дим буйы башҡорттарының милли кейемен тәңкәләр күплеге, елән биҙәлеше буйынса танып була. Ҡашмауға сәйлән менән Урал тауҙары символы – өсмөйөштәр һәм ромбтар рәте сигелгән.
Башҡорт кейемендәге матрешкаларҙы эшләү идеяһы Рәсәйҙең иң танылған символдарының береһе булыуы сәбәпле барлыҡҡа килә. Асылмалы ҡурсаҡ кешеләрҙең рухи донъяһын, матурлыҡ идеалдарын сағылдыра, мәҙәни, мәғрифәтселек мәғәнә йөрөтә.
«Ағиҙел» берекмәһе хеҙмәткәрҙәре райондарға экспедицияға сыҡҡан, этнографтарҙан мәғлүмәттәрҙе дөрөҫләгән, фәнни хеҙмәттәр менән танышҡан.
Белешмә: Этнографтар шартлы рәүештә ете костюм коплексына айыра, был этнография төркөмдәренә бәйле.
Эскиздар ваҡ деталдәрһеҙ (лак менән биҙәү мөмкинлеген иҫәпкә алып), үҙенсәлекле элементтарға иғтибар йәлеп итеп әҙерләнә.
Һәр төбәктең һаҡал формалары ла (яға, һаҡал, селтәр, муйынса, хәситә һ.б.) үҙенсәлекле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Халыҡ-ара фольклориада (CIOFF) 3-10 июлдә Башҡортостанда үтә.
3 июлдә «Өфө-Арена»ла фестивалде тантаналы асыу буласаҡ.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: