Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Июнь 2021, 12:29

ПАРАГВАЙҘАН ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ СЫҒЫШ КӨТӨЛӘ

Фольклориада көндәрендә был илдең ансамбле Башҡортостан райондары буйынса турнеға сыға

VI Халыҡ-ара фольклориадаһы (CIOFF)нда эҫе, ҡояшлы Парагвай иленән «Айбероамерикано» ансамбле сығыш яһаясаҡ.
Көньяҡ Америка иленең һинд һәм испан мәҙәниәтен берләштергән бай мираҫы бар. Нэнси Кристальдо (Nancy Cristaldo) етәкселегендә әле репетициялар бара.
Ансамбль ағзалары өсөн фольклориада логотибы менән футболкалар әҙерләгәндәр. «Айбероамерикано» парагвай халыҡ бейеүен алып килә. Уны XIX быуат костюмдарындағы ҡыҙҙар баштарында көршәк һәм шешәләр менән башҡара.
Коллективтың маршруты Төньяҡ-көнбайыш фестиваль округына билдәләнгән.
5 июлдә – Дүртөйлө, 6 июлдә – Яңауыл, 7 июлдә – Тәтешле, 8 июлдә – Нефтекамала, 9 июлдә Илеш районында сығыш яһайҙар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Халыҡ-ара фольклориада (CIOFF) 3-10 июлдә Башҡортостанда үтә.
3 июлдә «Өфө-Арена»ла фестиваль тантаналы асыла.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: