Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь 2021, 12:00

ВЕНГРҘАР БАШҠОРТОСТАН ӨСӨН СЮРПРИЗ ӘҘЕРЛӘЙ

УЛАР БАШҠОРТСА ЙЫРЛАРҒА ӘҘЕРЛӘНӘ

Венгрияның «Kecskemet» халыҡ бейеүе коллективы Бөтә донъя фольклориадаһында башҡарыу өсөн бер нисә ай инде башҡорт телендә «Ҡарабай» йырына репетиция үткәрә.
«Ҡарабай» – ҡыҫҡа шаян халыҡ көйө, уны егеттәр ҡыҙҙарҙы бейергә саҡырғанда йырлағандар.
Венгр артистары йырҙың етеҙ ритмын тиҙ үҙләштерә, һүҙҙәрен дә ихлас өйрәнә. Улар башҡарыуында йырҙы Өфөлә үтәсәк VI Халыҡ-ара фольклориадала ишетергә мөмкин.
5 июлдә «Kecskemet» коллективы Әбйәлилдә, 6 июлдә – Бөрйәндә, 7 июлдә – Учалыла, 8 июлдә – Сибайҙа, 9 июлдә – Белорет районында концерт менән сығыш яһаясаҡ. Һуңынан улар Өфөгә әйләнеп ҡайта.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Халыҡ-ара фольклориада Башҡортостанда 3 июлдән 10 июлгә тиклем дауам итәсәк. Сараны тантаналы асыу церемонияһы «Өфө-Арена»ның Боҙ һарайында 3 июлдә була.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: