Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июнь 2021, 15:01

МЕРКЕТ ЫРЫУЫ БАШҠОРТТАРЫ ОЛО ЙЫЙЫН ҮТКӘРҘЕ

Үткән аҙнала Мораҙым ауылында әһәмиәтле сара – Меркет ырыуы башҡорттары йыйыны үтте.

Күп кенә билдәле шәхестәре менән дан тотҡан меркеттәр Әлшәй, Миәкә, Стәрлетамаҡ райондарынан Ауырғазы ерендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү, ҡарар ҡабул итеү өсөн йыйылды.
Мораҙым ауылының күп тармаҡлы социаль- мәҙәни үҙәге алдында район хакимиәтенән бирелгән шыршылар ултыртылды. Үҫентеләр Шайморатовтың билдәле атлы кавалерияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ун бер меркетле иҫтәлегенә бағышланды.
Мәҙәниәт йорто фойеһында китап, ҡул эштәре күргәҙмәләре, шәжәрәләр урын алды. Гөлфиә Ханнаннованың туҡымаға сигелгән шиғыр юлдары барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Ул үҙ эштәре менән күренекле ауылдашы, шағир Рәшит Назаровтың класташы Рәмзил Вәлиевтың ижадын киң танытыуға ҙур өлөш индерә.
Йыйындың пленар ултырышында район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов тәбрикләне. Шулай уҡ тарих фәндәре кандидаттары Юлдаш Йосопов, Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, Башҡорт телен һаҡлау ҙәм үҫтереү буйынса фонд директоры Гөлназ Йосоповалар сығыш яһаны. Йыйында һүҙ алыусы Меркет вәкилдәре иң киҫкен мәсьәләләргә иғтибар итте. Башҡорт ауылдарының, мәктәптәрҙең киләсәге өсөн борсолоу һүҙҙәре яңғыраны.
Меркет ырыуы Советы һайланды, уның етәксеһе итеп бер тауыштан Миәкәнән Зәйнулла Насиров күрһәтелде.
Йыйынға Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Роберт Юлдашев, “Арғымаҡ” төркөмө, ауылдарҙың үҙешмәкәр коллективтары сығыштары йәм-рух өҫтәне. Мәҙәниәт йортона ҡаршы майҙанда тирмәләр ҡоролдо, балалар өсөн милли уйындар, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Һуңынан ҡунаҡтар, ауыл кешеләре Мораҙымға нигеҙ һалыусы Мораҙым ишан зыяратына барҙы, уның рухына аяттар бағышланды. Был йыйын төрлө матди, рухи мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙең әһәмиәтле булыуын тағы ла бер раҫланы.
Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә артабан да башҡорт ырыуҙары йыйындары үтәсәк. Ауырғазы районынан башҡорт ырыуҙары штандартын Кушнарен районы ҡабул итте. Унда 17 июндә Ҡаршын ырыуы ҡор йыя.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА.
Читайте нас: