Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Май 2021, 10:59

ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТӘРЕ ҮТТЕ

МОРАҘЫМ ҺӘМ ТҮРҺӘГӘҘЕ МӘКТӘПТӘРЕНДӘ ЯНДАН УҠ АТЫУ БУЙЫНСА КҮНЕКМӘЛӘР ҮТТЕ

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалынан филология фәндәре кандидаты, доцент, уҡ атыу буйынса тренер Айнур Үтәев Мораҙым ауылынан Даян Әйүпов менән Илнур Нәҙершин саҡырыуы буйынса мәктәптәрҙә оҫталыҡ дәресе үткәрергә килде. Был осрашыу Меркет ырыуы йыйынына әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо.
Айнур Фәнис улы Мораҙым мәктәбенең 11 класс уҡыусылары менән һөнәри йүнәлеш биреү буйынса әңгәмәләште.
Һуңынан уҡыусыларҙы башҡорттарҙың милли кейеме менән таныштырҙы, яндан уҡ атыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бында ҡыҙыҡһынған малайҙар, ҡыҙҙар өлкәндәр ярҙамында уҡ атырға өйрәнде.
Түрһәгәҙе мәктәбендә лә балалар Айнур Үтәевты көтөп алды. Бында ул Илнур Нәҙершин менән шулай уҡ күнекмәләр ойошторҙо. Уҡыусылар сәмләнеп ян тартты, мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.
Балалар атай-олатайҙарыбыҙҙың уҡ-һаҙаҡ менән мәшһүр юлдар үткән тарихын белергә тейеш.
Бындай оҫталыҡ дәрестәренең мәктәптә үтеүе лә бик файҙалы.
Милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү үҙ емешен бирмәй ҡалмаҫ...
Читайте нас: