Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2021, 11:15

ЙӘШЕЛЛЕКТӘ НИСӘ ТӨҪ? (Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА).

Йәшеллектең төҫө нисә:Күҙҙәрҙе ҡамаштыра.Үт йәшел, зөмрәт ағастарЯрышлап баҫып тора. “Мин матур”ҙан һалдырмайҙар,Юҡ һис бер талаш-тартыш.Йәшел сирәмгә сер сисеп,Йәйрәй ужым арыш. Үләндәрҙең араһынанСәскәләр баш ҡалҡытып,Балҡыталар тирә-йүндеДонъяға ғишыҡ тотоп. Майҙай яғылған май айыКүңелдең түрҙәренә.Йылмайыу булып таралаКешеләр йөҙҙәренә. Йәшеллектең нисә төҫөАҡ донъяны сәләмләй.Хуш еҫле йылы ел менәнАшығып киләлер йәй.

Йәшеллектең төҫө нисә:
Күҙҙәрҙе ҡамаштыра.
Үт йәшел, зөмрәт ағастар
Ярышлап баҫып тора.
“Мин матур”ҙан һалдырмайҙар,
Юҡ һис бер талаш-тартыш.
Йәшел сирәмгә сер сисеп,
Йәйрәй ужым арыш.
Үләндәрҙең араһынан
Сәскәләр баш ҡалҡытып,
Балҡыталар тирә-йүнде
Донъяға ғишыҡ тотоп.
Майҙай яғылған май айы
Күңелдең түрҙәренә.
Йылмайыу булып тарала
Кешеләр йөҙҙәренә.
Йәшеллектең нисә төҫө
Аҡ донъяны сәләмләй.
Хуш еҫле йылы ел менән
Ашығып киләлер йәй.
Читайте нас: