Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Май 2021, 16:06

ТҮРҺӘГӘҘЕ АУЫЛЫНДА ОСРАШЫУ

Түрһәгәҙе ауылында Меркет башҡорттары ырыуының йыйынына әҙерлек буйынса һөйләшеү булды.#БАШҠОРТТАРИХЫЙЫЛЫ#ГОДБАШКИРСКОЙИСТОРИИ

Мораҙымдан ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнап йөрөүсе егеттәр Илнур Нәҙершин менән Даян Әйүпов, Түрһәгәҙе ауылынан аҡһаҡал Ҡәнзәфәр Ғәлиев, староста Йәмил Раянов, ошо ауыл ҡыҙы, әле Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләүсе Рәфилә Зиннурова, башҡорт теле уҡытыусыһы Алһыу Раянова, инглиз теле уҡытыусыһы Гөлсиә Юнысовалар мәктәп бинаһына йыйылды.
Был йыйын Башҡорт тарихы йылына бағышлана.
  • Был эшебеҙ дауам итәсәк. Беҙ бер-беребеҙ менән бәйләнештә булырға, тупланырға тейешбеҙ. Һәр ауылда совет ойошторайыҡ. Фонд булдырыу мәсьәләһе лә тора, - тине үҙ сығышында Даян Солтан улы. – Ауылдарҙың тарихын өйрәнеп, өлкәндәрҙең хәтирәләренә таянып, мәғлүмәт тупларға кәрәк. Был йәштәр өсөн бик кәрәк. Тарихтарын белһәләр, киләсәгебеҙ бар тигән һүҙ.
  • Илнур Нәҙершин ауылдарҙағы осрашыуҙар дауам итәсәген билдәләне. Йыйынға әҙерлек барышында күргәҙмәләр, шәжәрәләр кәрәклегенә туҡталды.
    Мораҙым ауылында үтәсәк йыйынға ауылдан делегаттар тәҡдим ителде. Шулай уҡ һәр ерҙә советтар ойоштороу, фонд булдырыу тураһында әйтелде. Тағы ла төрлө мәсьәләләр тураһында фекер алышыу булды. Меркет башҡорттары тарихы тураһында китаптар таратылды.
    Ә инде Ҡәнзәфәр ағай осрашыуға ҡурай, думбыра, ҡумыҙ алып килгән. Үҙе үк уларҙа уйнап, тағы ла рух күтәренкелеге өҫтәне, йәм бирҙе.
    Һуңынан Марат Баязит улы Ишемғоловтың музейын инеп күрҙеләр.
    Әлбиттә, был йыйын үтеү менән эш туҡтап ҡала тип уйларға түгел, был әле алда эшләнәсәк эштәрҙең башланғысы.
    Мораҙым егеттәренә рәхмәт, шундай йәнле, йөкмәткеле осрашыу булды. Афарин, эштәрегеҙ уң булһын, изге маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!!!
    Читайте нас: