Быйыл июндә Меркет ырыуы башҡорттарының ҙур йыйыны үтәсәк. Унда Өфөнән дә, башҡа райондарҙан да ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
“Үткән йыл йәй көнө меркет башҡорттарының йыйынын үткәреү тураһында йыйылыш ойошторғайныҡ, - ти Илнур Нәҙершин. - Салауат Әмирхан улы ла ҡатнашты. Сараның маҡсаты, нисегерәк ойоштороу мәсьәләләрен дә ҡараныҡ. Халыҡты берләштереп, киләсәктә лә төрлө эштәр ойошторорға тигән маҡсатты күҙ уңында тотабыҙ. Апрель аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Яҡупов Ғәлим Миңлеғәли улы менән осрашыуға барҙыҡ. Унда Юнир Ильясов, Рәфилә Зинурова, Илнур Лоҡманов, Даян Әйүпов, мин булдыҡ. Ғәлим Миңлеғәли улы беҙҙең эште хупланы һәм июндә йыйынды Мораҙым ауылында үткәрергә килештек.”
Мораҙым ауылынан Илнур Нәҙершин менән Өфөлә йәшәүсе Даян Әйүпов әлеге көндә ырыуҙаштары йәшәгән ауылдар буйлап йөрөп, урындарҙағы кешеләр менән осрашып, сараны үткәреү тураһында фекер алыша. Апрелдә улар Нил Закир улы Ҡудашев менән бергә Миәкә районының Айыт, Әлшәй районының Мырҙағол ауылдарында булды. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Зәйнулла Хәбибулла улы Насиров, ауыл старостаһы Фәнүс Мансур улы уларҙы ихлас ҡабул итте. Һөйләшеүҙәр әһәмиәтле, уңышлы булды.