Рух
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель 2021, 12:23

РӘСЕМДӘР КОНКУРСЫНДА ЕҢЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ

Райондың тыуған яҡты өйрәнеү-тарихи «Башҡорт халҡының милли кейеме» ижади конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Ул Башҡорт тарихы йылына арналды.

Сара халыҡ шағирыМостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын һөйләүҙән башланды.
Алып барыусы башҡорт халыҡ кейеменең тарихы, уның элементтары һәм үҙенсәлекле матурлығы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
"Милли кейем - ата-бабалар мираҫы" конкурсында төрлө йәштәге балалар ихлас ҡатнашты. Улар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы, әлбиттә. Ҡатнашыусылар барыһы ла башҡорт кейменең сағыулығын, үҙенсәлеген күрһәтергә тырышҡан.
Район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса баш белгесе Лиана Шаганц ҡатнашыусыларға район кимәлендә үткәрелгән бәйгегә ҡушылыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас: