Байрамды нигеҙләүселәрҙең ниәте буйынса, был көндөң төп идеяһы – бейеү сәнғәтенең бөтә йүнәлештәрен берләштереү, ә Бейеү көнө үҙе – был сәнғәт төрөн данлау, уның бейеү телендә бар сәйәси, мәҙәни, этник сиктәрҙе еңеп сығып, халыҡтарҙы дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ хаҡына берләштерә алыу мөмкинлеген таныу.