УМЫРЗАЯ - НАҘЛЫ ЯҘ СӘСКӘҺЕ
Бөгөн, 19 апрель - Умырзая көнө билдәләнә. Ҡар аҫтынан ҡалҡып сыҡҡан умырзая һоҡландыра, шул уҡ ваҡытта ул яҡлауға-һаҡлауға ла мохтаж.Яҙҙың ошо күркәм сәскәһен һаҡлау маҡсатында төрлө акциялар ойошторола. Ә һеҙ быйыл умырзая күрҙегеҙме әле? Бәлки, фотоға ла төшөргәнһегеҙҙер, ошонда уртаҡлашығыҙ!