Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель 2021, 21:33

КОНКУРС МАУЫҠТЫРҒЫС БУЛДЫ

Мәҙәниәт һарайында Космонавтика көнөнә арналған конкурс-уйын программаһы үткәрелде.

Бөгөн – Космонавтика көнө билдәләнде. Ул илебеҙ өсөн тарихи әһәмиәткә эйә. Шуға күрә лә ошо көндә ил буйынса төрлө саралар ойошторола. Күргәҙмәләр, конференция, лекция, семинарҙар, фильмдар күрһәтеү һ.б.
Беҙҙең районда ла уны билдәләп үттеләр. Мәҫәлән, Мәҙәниәт һарайында Космонавтика көнөнә арналған конкурс-уйын программаһы үткәрелде.
Командалар төрлө ярыш төрҙәрендә ихлас ҡатнашты. Унда астрономия буйынса белемдәрен һынанылар, тапҡырлыҡ, зирәклек, мәргәнлек, йылғырлыҡта ярыштылар.
Һәр үтәлгән мәсьәлә балл йыйырға мөмкинлек бирҙе. Иң күп балл менән “Юлдаш” (Спутник) командаһы 1-се урынға сыҡты, “Гагаринсылар” – икенсе, “Юпитер” – өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Командаларҙың капитандарына дипломдар бирелде, һәр ҡатнашыусы татлы бүләк алды.
Читайте нас: