Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2021, 22:22

РӘШИТ НАЗАРОВ РУХЫ ЙӘШӘЙ БЫНДА

Төрөмбәт мәктәбендәге Рәшит Назаров музейы хәҙер тағы ла тулыланған, яңыртылған.

Унда ветеран уҡытыусы Заһитова Гөлзәйнәп Ғәйнулла ҡыҙы менән башланғыс кластар уҡытыусыһы Ильясова Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы тырышлыҡ һалған.
Бында Рәшит Назаровтың шәжәрәһе, уға арналған мәҡәләләр, премиялары, наградалары, документтары һаҡлана. Айырым кәштәлә ауылдаштарының баҫылып сыҡҡан китаптары урын алған.
Рәшит Сәйетбаттал улының биографияһына, уның тураһында иҫтәлектәргә, тормош юлына арналған стендтар ҙа мәғлүмәткә бай. Музейҙа шағирҙың тыуған йортонда ҡасандыр күңелле йырлап ултырған самауыр, ул төндәрен шиғыр яҙғанда яҡтылыҡ биргән лампа ла бар.
Өфө ҡунаҡтары йөкмәткеле материалдарҙың булыуына иғтибар итте. Рәшит Назаровтың яҡты иҫтәлеген һаҡлағандары өсөн рәхмәттәрен белдерҙе.
7-се класс уҡыусыһы Әҙилә Вәлиева менән 6-сы класс уҡыусыһы Ангелина Ибраҡова шағирҙың музейы, ундағы тупланған материалдар менән таныштырҙы.
Ә 2 класс уҡыусыһы Эльмира Вәлиева ҡунаҡтарға “Йөрәк” шиғырын яттан һөйләне.
Төрөмбәттәрҙең мәктәпкә ауылдаштары, бөйөк шағир Рәшит Сәйетбаттал улының исемен бирергә теләүҙәре аңлашыла. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, шунда уҡып белем алған, Өршәк буйҙарында ултырып, тәбиғәт гиҙеп, уның күңелендә ҡабатланмаҫ әҫәрҙәр тыуған, һуҡмаҡтарҙа уның эҙҙәре һаҡлана.
Ысынлап та, ауыл халҡының изге уйҙары тормошҡа ашһын, теләктәре ҡабул булһын! Сөнки бында Рәшит ағай рухы йәшәй.
Читайте нас: