Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2021, 13:16

КИТАП УҠЫУҒА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР

Үтәймулла ауылы китапханаһында "Китап иле - серле донъя" сараһы үтте.

Балалар 2 апрель - Халыҡ - ара балалар китабы көнөнөң ҡасан башланыу тарихы менән танышты. Китаптарҙы нисек уҡыу, уларҙы һаҡлап тотоу ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә ойошторолдо.
Сара барышында әкиәт геройҙары менән таныштылар, йомаҡтар систеләр, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Китапханасы Розалия Әсәҙуллина балалар китаптарынан күргәҙмә әҙерләгән. Уҡыусылар балалар яҙыусылары һәм шағирҙары, уларҙың әҫәрҙәре менән танышты. Алһыу Саттарова Жәлил Кейекбаевтың "Айыуҙың ниңә ҡойроғо юҡ" исемле әкиәтен уҡыны. Зөлфиә Ғибәҙуллина Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Яҙ
етте", Тимур Булатов Рәсимә Ураҡсинаның "Ҡурай" исемле шиғырҙарын тасуири уҡып күрһәтте. Китап иленең мауыҡтырғыс донъя икәнлегенә уҡыусылар тағы бер инанды. Өйҙә уҡыр өсөн дә китаптар һайлап алдылар.
Һуңынан фойела төрлө уйындар уйнанылар. Уйындан барыһы ла яҡшы кәйефтә һәм тағы йыйылышырға теләк белдереп таралышты.
Читайте нас: