Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2021, 08:51

БӨГӨН – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАР КИТАБЫ КӨНӨ

Йыл һайын 2 апрелдә Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Был көн Даниянан бөйөк әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған көнгә тура килә.Һеҙ балалар менән ниндәй китаптар уҡыйһығыҙ?

Ул 1967 йылда Балалар китабы буйынса халыҡ-ара совет башланғысы һәм ҡарары менән булдырыла.
17-се быуаттың уртаһына тиклем балаларға әкиәттәрҙе телдән һөйләгәндәр, йәки улар мәҫәлдәр уҡыған. Ә 18-се быуатта әле киң билдәле булған Д.Дефоның «Робинзон Крузо»һы, Дж.Свифттың «Гулливер сәйәхәттәре», көнсығыш әкиәттәре йыйынтыҡтары киң тарала.
Тик 19-сы быуатта ғына балалар өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ағалы-энеле Гримм һәм Г.Х.Андерсендың әкиәттәре балалар әҙәбиәте барлыҡҡа килеүгә ҙур өлөш индерә.
Рәсәйҙә 17-се быуатта уҡ иеромонах Савватийҙың балалар өсөн шиғырҙар яҙыуы билдәле. Ә 18-19-сы быуаттарҙа А.Пушкин, С.Аксаков, А.Шишков, А.Погорельский һәм башҡалар балалар өсөн әҫәрҙәр яҙа. Шул ваҡытта балалар өсөн беренсе журналдар сыға башлай. Совет осороноң да киң билдәле яҙыусылары һәм шағирҙары бар.
Балалар китабы көнөнә төрлө күргәҙмәләр ойошторола, конкурстар, тамашалар, конференция, фестивалдәр, аҙналыҡтар үткәрелә.
Читайте нас: