Рух
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2021, 10:25

АУЫРҒАЗЫЛАР – “СӘЛӘМ” ТАПШЫРЫУЫНДА

31 мартта “Сәләм, Республика!” проектының "Беҙ бергә" этабында Ауырғазы районына бағышланған сығарылыш эфирға сыҡты

.
Унда райондан барған делегация Ауырғазы районының нисек йәшәүе менән таныштырҙы. Талбазы үҙәк район дауаханаһының бүлек мөдире Нурия Вәлиева райондың табиптар династиялары тураһында бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп һөйләне. Мораҙым ауылының мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Иншар Вәлитов шәжәрә өйрәнеүе, үҙенең тамырҙарын табыуы, ошо йүнәлештә эште дауам итеүен билдәләп үтте.
Ауырғазы районындағы төрлө спорт саралары, уңыштарыбыҙ менән район хакимиәтенең спорт бүлеге белгесе Илсиә Мөфтәхина таныштырһа, Талбазы мәҙәниәт йорто режиссеры Фирүзә Сәйфетдинова төрлө мәҙәни проекттар, саралар тураһында әйтеп китте.
Видеороликтар райондың өлкән йәштәге кешеләре менән таныштырҙы. Үтәймулла ауылынан уҡытыусылар династияһынан 95 йәшлек Булатова Зөһрә Әғзәм ҡыҙы тураһында сюжет күрһәтелде. Ул үҙенең тормош юлы менән таныштырҙы, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уҡытыусылыҡ эшен һайлауы тураһында әйтеп китте.
Вазифа Ғәлиуллина видеояҙма аша йәштәргә кәңәш-нәсихәттәрен тапшырҙы, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләне.
Өсбәлеш ауылынан 98 йәшлек Рәзифә Юлбарыҫова бесән дә саба, утынын да әҙерләй. Хәрәкәттә-бәрәкәт тип йәшәгән инәй ҡышты ҡалала үткәрһә лә, яҙ етеү менән ауылына ашҡынып ҡайтып етә. Ағинәй шиғырҙар яҙа, ауылдаштарына ҡул эштәрен өйрәтә, халыҡ йолаларын ихтирам итеп йәшәй.
Мораҙым ауылында тыуып үҫкән Фәнүзә Күҫәпҡолова Үтәймулла ауылына эшкә килә, ошонда үҙ яртыһын табып ғүмерлеккә ҡала. Ул да һәр мәҙәни сараның уртаһында, әүҙем тормош менән йәшәй. Йәштәргә ауылды ташламаҫҡа, ошонда нигеҙ ҡороп, гөрләтеп йәшәргә саҡырҙы.
Тапшырыу Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланды.
Читайте нас: