Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март 2021, 20:56

ЯҘ БАЙРАМЫ - НӘҮРҮЗ

Нәүрүз байрамын Мораҙым ауыл мәҙәниәт йорто алдында күңелле үткәрҙеләр

Оҙон ҡыштан һуң яҙ етеүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Быйыл һыуыҡтар тиҙ генә сигенергә теләмәһә лә, яҙ әкренләп булһа ла үҙ хоҡуғына инергә йыйына. Яҙҙың байрамдары күңелдәргә дәрт өҫтәй, уларҙың атамаларынан да йылылыҡ, наҙ бөркөлә. Шундай көндәрҙең береһе – Нәүрүз байрамы. Ул көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә.
Нәүрүзде Мораҙым ауыл мәҙәниәт йорто алдында күңелле үткәрҙеләр. Унда кесеһенән олоһона тиклем ихлас ҡатнаштылар. Ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәре байрамды үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәттеләр.
Саф һауала төрлө күңелле ярыштар ойошторолдо. “Аҡ тирәк - күк тирәк", "Наза” халыҡ уйындарында, ат сабышы, әтәс һуғышы һәм башҡа күмәк уйындарҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Барыһы ла күңел асты, йырланы, бейене.
Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Байрам аҙағында тәмле ҡоймаҡ менән, самауыр сәйе менән һыйландылар.
Эйе, оҙаҡламаҫ, яҙҙың йылы көндәре лә килеп етер.
Көн менән төн бил алышыр ваҡыт етә,
Илай-илай ҡышҡы юлдар ағып китә.
Нәүрүз килә! Ил-йортома Нәүрүз килә!
Көлтә-көлтә шатлыҡ сәсеп, ҡояш көлә.
Сығанаҡ: Мораҙым ауылы күп тармаҡлы мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: