Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2021, 13:46

Башҡортостанда «Өләсәйем әкиәттәре» конкурсы старт алды

Башҡортостанда әкиәтселәрҙең «Өләсәйем әкиәттәре» республика онлайн-конкурсы башланды. Ул Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында үткәрелә.

Конкурстың маҡсаты - башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын һаҡлау һәм үҫтереү, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын популярлаштырыу.
Халыҡ әкиәттәрен һөйләүселәр бәйгеһе менән бергә фольклор текстары тикшерелә.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре халыҡтың урындағы һөйләшенең лексик, фонетик һәм морфологик үҙенсәлектәрен һаҡлап яҙҙырыла. Әгәр коллектив сығыш булһа, әкиәтте ролдәргә бүлеп һөйләү, шулай уҡ халыҡ стилен сағылдырған экспозициялар фонында, милли кейемдә, музыка ҡоралдары ҡулланып башҡарылған сығыштар хуплана.
Һуңынан республиканың мәктәпкәсә һәм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә ҡулланыу өсөн йыйынтыҡ әҙерләнә.
Проектта ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
- 15-20 минутлыҡ видеояҙмалар әҙерләнә. Камераны тик горизонталь рәүештә тоторға кәрәк. Ҡағыҙға ҡарап уҡыу, ситтән ярҙам итеп тороу, фонограмма ҡулланыу рөхсәт ителмәй.
- видеороликка сығыш тексын ҡушымта итеп ҡуйырға (шрифтҡа стандарт талаптар) Тексҡа яҙылаһы мәғлүмәт – Положение буйынса.
.
Видеояҙмаларҙы 15 марттан 15 апрелгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Конкурсты ойоштороусы – «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.
Бәйгелә айырым кешеләр, ғаиләләр, барлыҡ белем биреү учреждениелары, мәҙәниәт учреждениеларының, предприятие, ойошмаларҙың ижади коллективтары, фольклорсылар, телселәр, фәнни хеҙмәткәрҙәр, башҡорт фольклорын тикшереү өлкәһендә эшләгән башҡа белгестәр ҡатнаша ала. Еңеүселәр төрлө йәш категорияһына ҡарап өс номинацияла билдәләнә: шәхси башҡарыу, коллектив сығыш, ғаилә сығышы.
Тамашасы һөйөүе номинацияһы видеороликты ҡараған кешеләрҙең “оҡшай” (лайк) тип билдәләүҙәренә ҡарап бирелә.
Читайте нас: