Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март 2021, 23:23

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ УЙЫНДАРЫ ЛА БИК ҠЫҘЫҠ!!!

17 мартта Төрөмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда “Башҡорт халыҡ уйындары иленә сәйәхәт” темаһына мауыҡтырғыс этно-дәрес үтте.

Төрөмбәт ауылы китапханаһы мөдире Рәсилә Юлмөхәмәтова менән башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфинур Ильясова балаларҙы халыҡ уйындары менән таныштырҙы. Рәсилә Шәйхетдин ҡыҙы 2-3 класс уҡыусыларына башҡорт халҡының уйындары, уларҙың төрҙәре тураһында һөйләне.
Һуңынан бергәләшеп уйнанылар. Бигерәк тә “Аҡ ҡалас”, “Йәшерәм, йәшерәм яулығым” “Беҙ ун ике ҡыҙ инек” уйындары балалар күңеленә хуш килде. Уйындың шарттары буйынса бейенеләр ҙә, йырланылар ҙа, әтәс булып та ҡысҡырҙылар, физик күнекмәләр эшләү оҫталығын да күрһәттеләр.
Уҡыусылар “Йәҙәш айырыу” уйыны тураһында ла белделәр.
Был сара балаларҙа халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтенә хөрмәт тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелде.
Читайте нас: