Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2021, 00:42

БАЛАЛАР ӨСӨН - ХАЛЫҠ МӘҘӘНИӘТЕ

Башҡортостанда балалар өсөн«Фольклор дәресе» акцияһы дауам итә. Ул ғинуар айында башланды, март аҙағына тиклем барасаҡ.

Был аҙна һайын үткәрелгән тематик онлайн-дәрестәр, интернет-лекциялар, вебинарҙар, шулай уҡ осрашыу саралары. Улар Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫына бағышлана. «Уҡыусылар өсөн халыҡ мәҙәниәте» Бөтә Рәсәй акцияһы донъяны танып-белеү йүнәлешендә башланған.
Аҙна һайын республиканың мәҙәни-ял учреждениелары социаль селтәрҙәрҙә файҙалы материалдар тәҡдим итә.

Фото: Республика Халыҡ ижады үҙәгенән.
Читайте нас: