Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2021, 13:26

8 мартҡа арналған байрам концерты булды

Район мәҙәниәт һарайында Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына бағышланған концерт үтте

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан райондың гүзәл заттарын ҡотланылар, улар өсөн йыр-бейеүҙәр бағышланылар.

Ҡәҙерле әсәйҙәр, яратҡан өләсәйҙәр, ҡыҙҙар өсөн иузыкаль ҡотлауҙарҙы райондың иң яҡшы коллективтары башҡарҙы. Тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡышланы.
Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов район тормошонда ҡатын-ҡыҙҙар роле тураһында һөйләне, уларҙы байрам менән тәбрикләне.

Байрам атмосфераһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратыу, уларҙы хөрмәт итеү менән дауам итте. Сәхнәнән рәхмәт белдерҙеләр, ысын күңелдән ҡотланылар. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ тормош биреүсе, йәшәйешкә йәм, һөйөү индереүсе, өй йәме, матурлыҡ һәм хәстәрлек өләшеүсе.
Концертта булған һәр кеше шатлыҡ, һөйөү һәм яҙғы кәйеф алды.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә сағыу концерт программаһы өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: