Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2021, 22:11

2021 – БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

Башҡорт тарихы йылы ваҡиғаларға бай буласаҡ: яңы проекттар, исемдәрҙе мәңгеләштереү, ырыуҙар ҡоро һәм башкалар.#ГодБашкирскойИстории#БашҡортТарихыЙылы

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы итеп үткәреү башланғысы менән сыҡты.
Башҡорт тарихы йылы концепцияһына ярашлы, йыл дауамында проекттар республиканың һәр районында, шулай ук башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә ойошторола.
Был йәмғиәттең иғтибарын башҡорттарҙың тарихына, уларҙың Рәсәй һәм донъя күләмендәге төрлө тарихи ваҡиғаларҙағы роленә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
Бөтә район, ҡалаларҙа, Рәсәй төбәктәрендә ойоштороу комитеттары эш башланы. Улар тематик йылға план төҙөнө һәм ундағы сараларҙы тормошҡа ашырыуға яуаплылар билдәләнде.
Башҡортостанда һәм республиканан ситтә башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, граждандарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе йәлеп итеү, халыҡтың данлы тарихын ватандаштар араһында киң танытыу, йәш быуындың башҡорт халҡының үткәнен, мәҙәниәтен, традицияларын белеүенә булышлыҡ итеү бурыстары ҡуйыла.
Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү һәм мәктәп музейҙарында яңы экспозициялар әҙерләнә.
Башҡорт тарихы йылында район хакимиәттәре һәм урындағы ҡоролтайҙар эшмәкәрлеге баһаланасаҡ

2021 йыл аҙағында, 14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә, Башҡорт тарихы йылына йомғаҡлау яһаласаҡ.
Башҡорт тарихы йылын үткәреү тураһында методик күрһәтмәләр Ҡоролтайҙың рәсми сайтына ҡуйылған.
Район-ҡала ҡоролтайҙарының Бәйләнештә социаль селтәрендәге аккаунттарында үтәсәк саралар тураһында мәғлүмәт биреләсәк, ә үткәрегәндәре яҡтыртылып барасаҡ.
Махсус хэштегтар ҡулланылырға тейеш:
#ҡоролтай #курултай
#ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы
#названиегорода (района) #название направления #Ырыуҙар#ИсторияБашкирскихРодов #Шаймуратовцы#ШайморатовВариҫтары
#СеверныеАмуры#ТөньяҡАмурҙары
#Каруанһарай#КараванСарай
#МусаМортазин
#БашҡортТарихыШәхестәре #ЛицаБашкирскойИстории #СеверныеАмуры#ТөньяҡАмурҙары.
Читайте нас: