Бөгөн илдең кинотеатрҙарында «Рашн Юг» фильмының Бөтә Рәсәй премьераһы була. Комедия һәм мелодрама жанрында төшөрөлгән фильмдың режиссеры Антон Федотов комедиялар һәм «Кухня в Париже» , «Кухня. Последняя битва» тулы метражлы фильмдары менән билдәле.
Был фильм өсөн беҙҙең яҡташыбыҙ, Талбазы ауылы ҡыҙы Рушана Вәлиева Сергей Мушта менән биш йыр яҙғандар, шул иҫәптән береһе үҙенеке. Бынан тыш, Рушана бер эпизодта ла уйнай.
Рушанаға бындай ижади эш бик оҡшай. “Үҙ эшенен оҫталары менән бергә кино төшөрөү майҙансығында эшләү, йырҙар яҙҙырыу, яңы таныштар - был мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы тәжрибә булды. Бер аҙ үҙенсәлекле һәм сәйер кисереш – үҙ йырыңды премьерала ишетеү, уның илдең төрлө кинотеатрҙарында яңғырауын аңлау... Режиссер Антон Федотовҡа, был проекттағы барлыҡ кешеләргә рәхмәтлемен”, - тип социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаша кисерештәре менән Рушана.
Белеүегеҙсә, 2018 йылда ул Беренсе каналдың "Голос. Перезагрузка" проектында ҡатнашып 3-сө урын яуланы. Бының менән бергә ул Мәскәү университетында иҡтисад буйынса белем алырға ла өлгөрә.
Уға уҡыуында һәм ижади эшендә лә уңыштар теләйбеҙ.
Фотолар: Р.Вәлиеваның шәхси сәхифәһенән.