Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2021, 15:42

БАЛСЫҠТАН ӘҮӘЛӘҮ ОҪТАЛАРЫ

Зәки Исмәғил улы Республикала үткән «Туристик сувенир» конкурсында ла үҙенең эштәре менән ҡатнашты.

Зәки Нагаев күптән инде балсыҡтан төрлө сувенирҙар эшләү менән мауыға. Хәҙер инде ул районда балалар өсөн ошо йүнәлештә түңәрәк алып бара, йәш быуынға балсыҡтан әүәләү серҙәрен төшөндөрә.
Уның һәм тәрбиәләнеүселәренең эштәре райондағы төрлө сараларҙы биҙәй, күргәҙмәләрҙә урын ала.
Зәки Исмәғил улы Республикала үткән «Туристик сувенир» конкурсында ла үҙенең эштәре менән ҡатнашты. Талбазы лицейы уҡытыусыһы Раушания Ғәбиҙуллина менән бергә «Керач» ижады төркөмө булараҡ, «Этнографик сувенир» номинацияһында иң яҡшыһы булып танылдылар. Оҫталар «Туристик сувенир-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы финалистары дипломы менән бүләкләнде. Уларҙы «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалына саҡырҙылар.
Читайте нас: