Дәрестәр Башҡортостан Республикаһы милли музейында үтеүсе «Тамға» проекты күргәҙмәһе сиктәрендә үтә.
Түш биҙәүесе – ҫаҡал (дим) Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайыш райондары өсөн хас. Оҙонсараҡ ярым овал формалы, ул эре мәрйендәр теҙелгән киң һыҙат менән уратылған. Үҙәк өлөшө көмөш тәңкәләр, сердолик, фирүзә, тау гәрәбәһе ҡуйылған төрлө айыл менән биҙәлгән. Ситтәрен мәрйендәр менән ҡаймалау, ҡыңғырауҙар һәм аҡыҡ бөртөктәр менән биҙәү үҙенсәлеге бар.
Түш биҙәүестәре тураһында С.Руденконың «Башҡорттар: Тарихи-этнографик очерктар» китабында ентекле һөйләнелә.
«Тамға» проекты традицион милли костюмдың уникаллегенә, уның этник үҙенсәлектәренең хәҙерге заман модаһы тенденциялары менән тап килеүенә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Республика Халыҡ ижады үҙәге сайтынан.