Ауырғазы районының “Шатлыҡ” өлгөлө хореография ансамбле етәксеһе Альбина Йәлилова ла үҙенең тәрбиәләнеүселәренең уңыштарын күреп һөйөнә, улар менән ғорурлана. Ошо балалар коллективында тамашасылар алдында тәүге аҙымдарын яһаған уҡыусыларҙың күңелендә сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй алған ул. Ҡайһылары инде бейеү сәнғәтен үҙенең һөнәре итеп һайлап, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай. Шундайҙарҙың береһе – Лиана Йыһаншина.
Әле ҡасан ғына Ауырғазы мәҙәниәт һарайында бейеп йөрөгән Лиана үҙенең ижади уңыштары менән шатландыра, - ти хореограф Альбина Йәлилова. – Ул Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжын тамамланы. Ә һуңғы ике йылда Лиана Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында сығыш яһай. Был ҡыҙ, әйтерһең дә, сәхнә өсөн генә яратылған – матур, зифа буйлы, талантлы. Лианаға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, һөнәри үҫеш, яңынан-яңы уңыштар теләйем!