Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Февраль 2021, 13:09

Легендар комбриг Муса Мортазин тыуыуына - 130 йыл

25 февраль Башҡортостан Милли музейының конференц-залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты“түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Ул башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланды.#башҡорттарихыйылы#мусамортазин

“Түңәрәк өҫтәл” эшендә Милли архив директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин, Ростов өлкәһе һәм Мәскәү башҡорттарының ҡоролтай етәкселәре Мәхмүт Сәлимов, Салауат Әхмәҙуллин, Учалы районынан геройҙың яҡташтары, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов асты.
Муса Мортазиндың Башҡортостан тарихындағы роле, шәхестең тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәттәр бирелде.
Билдәле прозаик, тарихсы, философия фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев яҡташы, легендар шәхескә арналған яңы китабы менән таныштырҙы. Һуңғы биш йылда автор байтаҡ яңы мәғлүмәт туплай, ҙур йыйынтыҡ өсөн материалдарҙы Учалы районы, республика һәм ил архивтары буйлап эҙләргә тура килә. Был коллектив эшкә күптәр үҙ өлөшөн индергән.
Ниязбай Сәлимов Муса Мортазиндың биографияһындағы “аҡ таптар”ға туҡталды.
"Геройҙың тыуған ваҡытында ла, үлгән көнө тураһында төрлө архив документтарында төрлөсә мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ Муса Мортазиндың шәжәрәһе лә ентекле өйрәнелмәгән", - тине ул.
Азат Ярмуллин Муса Мортазиндың яуҙаштары, арҡаҙаштары тураһында ентекле мәғлүмәт еткерҙе, уларҙың да исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәрҙе.
Мәхмүт Сәлимов геройҙың хәрби биографияһы һәм наградалары тураһында һөйләне.
Сығыштарҙан һуң резолюция ҡабул ителде.
Унда Муса Мортазинға Өфө һәм Учалы ҡалаларында һәйкәл ҡуйыу, Учалы районы Көсөк ауылындағы Герой музейының матди-техник базаһын нығытыу, “Ҡыҙыл командирҙар” картинаһының күсермәһен эшләтеп, Милли музейға урынлаштырыу һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.
Сара республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына ярашлы үткәрелде.

kurultai.ru материалдары файҙаланылды.

Читайте нас: