Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2021, 01:17

Сафуан Әлибаевҡа арнап әҙәби кисә үткәрелде

Үтәймулла ауылы китапханаһында Сафуан Әлибаевтың 80 йыллыҡ юбилейына бағышланған "Һандуғаслы яҙҙарым" сараһы үтте.

Был әҙәби кисәнең Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә үтеүе лә айырым мәғәнәгә эйә булды.
7-8 кластары уҡыусылары шағир, билдәле драматург, журналист Сафуан Әфтәх улының тормош юлы, ижады менән танышты.
Китапханасы Р.Әсәҙуллина уның А.С.Пушкин, Р.Ғамзатов әҫәрҙәрен дә башҡорт теленә тәржемәләүе тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләне, викторина, йомаҡтар конкурсында ихлас ҡатнашты.
"Ижад йәме - ихласлыҡ" китап күргәҙмәһен ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, һорауҙар бирҙеләр.
БЕЛЕШМӘ
Сафуан Әлибай, Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (21 февраль 1941 йыл6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң).
Читайте нас: