Был идея йәнле фекер алышыуҙар уятты. Ул ҡурсаулыҡтың рәсми аккаунтында тауыш биреүгә ҡуйылды.
Йәмәғәтселек советы ағзалары ғалимдың исеме мәңгеләштереүгә лайыҡ тип билдәләне.
Ләкин социаль хәлде һәм урындағы халыҡтың ҡурсаулыҡтың исемен үҙгәртеү менән килешмәүен иҫәпкә алып, ғалимдың иҫтәлеген башҡа ысул менән мәңгеләштерергә тәҡдим ителде.
Йәмәғәтселек советы бер нисә тәҡдим индерҙе:
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы алдында Александр Рюминға бюст ҡуйырға һәм музей комплексында ғалимға, уның асышына бағышланған экспозиция ойошторорға; Александр Рюминдың тормошо һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенең палеолит осоро яҙмаларын асыу хаҡында монография сығарыуға аҡса бүлергә. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре монография яҙған да инде; «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы ҡаршыһында башҡорт ғалимы, фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, боронғо «Урал батыр» эпосын өйрәнеүҙә һәм популярлаштырыуҙа төп ролде уйнаған Мөхтәр Сәғитовҡа бюст ҡуйырға.