Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Февраль 2021, 15:23

Байрам концерты үтте

19 февраль район мәҙәниәт һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концерты булды.

Тантаналы сарала Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы һәм быуындар бәйләнешен юғалтмайынса, бай хәрби традицияларҙы үҫеп килгән быуынға тапшырыу бурысы тороуын билдәләне.


Байрамда райондың ижади коллективтары, яңғыҙ башҡарыусыларҙың концерт номерҙары тәҡдим ителде. Сағыу сығыштар байрамға йәм өҫтәне, йылы кисерештәр уятты.
Етеп килгән байрамығыҙ менән, Ватанды һаҡлаусылар! Һәр саҡ ышаныслы терәк булып ҡалығыҙ!
Читайте нас: