Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2021, 14:37

«Шүлгәнташ» музей комплексының экспозицияһы менән таныштырҙылар

«Шүлгәнташ» музей комплексын төҙөүҙең иң төп маҡсаты – мәмерйәне һәм ундағы боронғо рәсемдәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы, һис шикһеҙ, киләсәк быуынға ҡалдырыу.


Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендәге кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн төҙөлөүсе «Шүлгәнташ» музей комплексында беренсе тапҡыр экскурсия үткәрҙеләр. Быға тиклем сер итеп тотолған экспозицияны планшеттарҙа презентацияланылар.


Тарихи-мәҙәни музей комплексы фәнни белемдәрҙе таратыу һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында мәғлүмәтте тотҡарлыҡһыҙ алыу мөмкинлеген булдырыу өсөн кәрәк. Мәмерйә эсендәге боронғо рәсемдәрҙең репродукциялары йыйылмаһы төп экспонат булып тора. Факсимиле экспозицияның майҙаны буйынса иң эре зонаһында урынлашҡан.

Экспозицияны эшләүҙә ҡатнашҡан белгестәрҙең фәнни эшен беренсе ҡунаҡтар ыңғай баһаланы.


Экспозиция проекты Музей комплексын ваҡытында эксплуатацияға индереүгә, «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр » объектын ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫтары исемлегенә номинациялауға әҙерләү мәсьәләләренә арналған күсмә кәңәшмәһе сиктәрендә күрһәтелде.

Беренсе вице-премьер «Шүлгәнташ»музей комплексын төҙөү барышын тикшерҙе, шулай уҡ мәмерйәлә булды. Мәмерйәнең микроклиматын автономиялы мониторинглау системаһы менән танышты.

Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, «Шүлгән-таш» музей комплексын төҙөүҙе тамамлау– ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә ндереү өсөн мөһим аҙым.

– Музей төҙөүҙе 2021 йылда тамамлау планлаштырылған. Объект төҙөлөш әҙерлектең юғары кимәлендә. Туристик ағымды бүлеүҙең халыҡ-ара алдынғы тәжрибәһен иҫәпкә алған бындай заманса комплекс мәмерйәләге һынлы сәнғәтте һаҡлап ҡалыуҙы тәьмин итеү менән бергә уны ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн дә кәрәк. Комплекслы үҙәкте сафҡа индереү һәм ул урынлашҡан Морат-Туғайға бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Был Бөрйән районына ғына түгел, ә республикаға ла өр-яңы үҫеш мөмкинлектәре бирә, тәү сиратта, бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәһендә, – тине Илшат Тажетдинов.

Шүлгән-таш мәмерйәһе Рәсәйҙәге палеолитик рәсемдәр һаҡланған берҙән-бер биләмә булып ҡына түгел, ә Көнсығыш Европала һәм Төньяҡ Евразияла 14,5 -19 мең йыллыҡ боронғо рәсемдәрҙең иң эре йыйылмаһы ла булып тора.

“Наследие Башкортостана” сайты материалы буйынса.
Читайте нас: