Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2021, 00:17

Ғ.Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһында Фән һәм технологиялар йылын асыу тантанаһы үтте

Үҙәк район китапханаһында уҙған Фән һәм технологиялар йылын асыу тантанаһында телдәрҙе үҫтереүгә, фольклорҙы, этнографияны өйрәнеүсе ижад кешеләрен тәбрикләнеләр.

Сараға ауыл китапханалары етәкселәре, китап яратыусылар килде. Улар халыҡ ижады предметтарынан, үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрҙән күргәҙмә әҙерләгәйне.
Студенттар, уҡыусылар ҙа ҡағыҙҙан эшләнгән техника моделдәрен, шулай уҡ кейем өлгөләре менән таныштырҙы.
Үҙәк район китапханаһы директоры Айгөл Ғәзиева «Уңыш траекторияһы» фәнни-ижади медиа үҙәге тураһында һөйләне. Үҙәк ярҙамында китапханасылар йыл буйына район оҫталары һәм халыҡ ижады эҙләнеүселәренән оҫтлаыҡ дәрестәре циклын ойоштора.
Саралар эстафетаһы Балыҡлыкүл ауыл китапханаһына күсте.
Читайте нас: