Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2021, 20:57

Яңауылда Уран ырыуҙары йыйыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Башҡорт ҡоролтайына һылтанып, 12 февралдә Уран ырыуы вәкилдәре Яңауыл районында йыйыласағын хәбәр итте.

Йыйынға 77 делегат килә, улар үҙ советын һайлап, ырыу гербын һәм гимнын ҡабул итергә тейеш. Уран ырыуы биләмәләре Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш яртыһында урынлашҡан (ҡалған өлөшөн Гәрәй ырыуы башҡорттары биләй).
Ырыу йыйыны Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә була.
Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Яңы Артауыл ауылында «Аҡбуҙат» журналы менән танышыу була, уның сиктәрендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында «Шумер» йәнһүрәте күрһәтелә, Уран ырыуының иң йәш вәкилдәре өсөн уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Яңауыл ҡалаһының Йәштәр һарайында башҡорт телендә «Нурбостан» анимация сериалының исем туйы, «Тамыр» телеканалынан профессиональ фотосессия, шулай уҡ төрлө уйындар һәм ярыштар уҙғарыла.
Уран ырыуы йыйыны Яңауылдың Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Мәҙәни-ял итеү үҙәге фойеһында башҡорт этноихатаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары дәрестәре менән танышып буласаҡ .
Сара Уран ырыуы тураһында театрлаштырылған тамашанан башлана.
Улар алдында яҡташтары һәм Өфө ҡунаҡтары сығыш яһай. Тарихсылар төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының, шул иҫәптән Уран ырыуы башҡорттарының тарихы һәм үҙенсәлеге хаҡында һөйләй. Шулай уҡ танылған яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов сығыш яһаясағы көтөлә.
Сара үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланасаҡ.
Читайте нас: