Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1936 йылдың 7 февралендә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуған. 1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Юғары белем алғандан һуң, Ауырғазы районында педагогик хеҙмәт юлын башлай: урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Талбазы мәктәбендә директор, ВЛКСМ-дың район комитетында бүлек мөдире булып эшләй. Артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт юлын дауам итә. Бар ғүмерен фәнни эҙләнеүҙәргә бағышлай. Үҙе әйтеүенсә, ғүмеренең төп өлөшөн фольклор әҫәрҙәрен өйрәнеүгә, ҡомартҡыларҙы һаҡлауға, уларҙы халыҡтың үҙенә ҡайтарып биреүгә арнай.
Фәнүзә Нәҙершина 200-ҙән артыҡ фәнни эш, шул иҫәптән 30 китап һәм фундаменталь хеҙмәт авторы. Күп томлы «Башҡорт халык ижады»н әҙерләүҙә ҡатнаша. Уның өсөн башҡа авторҙар менән бергә 1987 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Фән һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Фәнүзә Айытбай ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы» исемдәренә эйә, ул Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә.
Хөрмәтле Фәнүзә Айытбай ҡыҙы!
һеҙҙе ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади ҡомарығыҙҙың ташып тороуын теләйбеҙ!